Яугирҙарҙың заявкалары буйынса ярҙам йыйыу Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге тарафынан ойошторолғайны. Алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙға хәрби тәғәйенләнештәге махсус ҡорамалдар, тепловизорҙар, электр генераторҙары, йылытыу пушкалары, төҙөлөш материалдары тапшырылды. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тупланмалары, гигиена саралары ла әҙерләнгәйне. Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу баш ҡала хакимиәтенең элекке башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин иҫтәлегенә уҙғарылғайны, бағыусылыҡ эшендә Саҡмағош районында йәшәүселәр айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Спорт әҙерлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре мәрхәмәтлек сараһын артабан да дауам итергә ниәтләй.



