Шаран районы Дмитриева Поляна ауылында ирекмәндәр ойошмаһы 2022 йылдан эшләй. Әүҙем ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә һәм «леший» костюмдары бәйләй. Быйыл йәй клубҡа хеҙмәт коллективтары күпләп килә башлағас, Шаран ауылының йәштәр үҙәгендә клуб филиалын асырға ҡарар ителә.
Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҙа ярҙамға килә. «Тепловик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте маскировка селтәрҙәре өсөн туҡыма һатып алыуға 40 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәткән. Ирекмәндәр клубы тарафынан йәмғеһе 5000 квадрат метрҙан ашыу маскировка селтәрҙәре һәм 18 «леший» костюмы етештерелгән.



