Өфөлә йәшәүсе ихатаһында өмә ваҡытында «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалын тапҡан

Өфөлә йәшәүсе Ләйлә Мөхәмәтғәлина ихатаһында өмә ваҡытында «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалын тапҡан. Хужабикә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып батырлыҡ күрһәткән һалдаттың туғандарын табырға ниәтләй. Ҡаһарманлыҡ миҙалының номеры яҡшы һаҡланған һәм архив мәғлүмәттәре буйынса уның хужаһын асыҡларға мөмкин. Ләйлә Мөхәмәтғәлина «Хәрби туғанлыҡ» төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән бәйләнешкә сығып, Рәсәй Оборона министрлығы архивына мөрәжәғәт иткән. Хат авторҙары бер ай эсендә миҙалдың яҙмышы асыҡланыр, тип өмөтләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ