Өфөлә мәктәп балалары өсөн биотехнологиялар өлкәһендә интерактив музей барлыҡҡа килеүе ихтимал

Был турала инновацияларға ярҙам фондын ойоштороусы Иван Бортник белдерҙе. Ғалим буласаҡ музейҙың экспозициялары тураһында фекер алышыу өсөн Өфөгә килгән. Кәңәшмәгә республиканың юғары уҡыу йорттары етәкселеге һәм фән өлкәһе белгестәре саҡырылды.

Биотехнологиялар өлкәһендәге тәүге интерактив музей Мәскәүҙә барлыҡҡа килде. Икенсеһе алыҫ көнсығышта. Өсөнсө нөктә итеп Өфөнө ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Сөнки Башҡортостан етәкселеге фәнде үҫтереүгә етди ҡарай һәм һәр яҡлап та ярҙам күрһәтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Евразия фәнни мәғариф үҙәге булдырылыуы, Вуз ара кампус төҙөлөүе лә ошоға дәлил.

Иван Бортник, Инновацияларға ярҙам фондын ойоштороусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ