Республика байрамына Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында йәшәүсе балалар майҙансыҡлы булды

Был «Айыҡ ауыл - 2024» конкурсында еңеү яулау һөҙөмтәһе. Яңы асылған балалар биләмәһе малай-ҡыҙҙарҙы әүҙем уйындарға, спорт сараларына йәлеп итеү үҙәге буласаҡ. Әбеш ауылындағы ыңғай үҙгәрештәр хаҡында киләһе яҙмала.

Оло Әбештәр балалар майҙансығын асыу тантанаһын түҙемһеҙләнеп көткән. Ауылда йәшәгән олоһо-кесеһе уны ҙур бүләк булараҡ ҡабул итте. Балаларҙы майҙансыҡлы итеү өсөн ауыл халҡы спорт һәм мәҙәни сараларҙа әүҙемлек күрһәткән.

Заманса майҙансыҡ балалар өсөн уңайлы, бында хәүефһеҙ резина япма түшәлгән. Мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн урам сәхнәһе лә ҡоролған.Ир-уҙамандар тирә-яҡты кәртәләп, эргә - тирәне төҙөкләндереүҙә ярҙам ҡулы һуҙған.

Оло Әбештә берҙәм һәм идеялы кешеләр йәшәй.2015 йылдан алып улар урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнаша. Быйыл ауылға яңы трактор алғандар. Был техника балалар майҙансығын төҙөүҙә лә ҡулланылған .

Быға тиклем бала-сағаның күрше Вәзәмдәге балалар майҙансығына күҙҙәре ҡыҙған булһа, хәҙер улар үҙҙәрендә рәхәтләнеп уйнаясаҡ.

Яңы уйын комплексына байрам сараһына килеүсе һәр сабыйҙың күҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары. Яңы майҙансыҡ балаларҙың физик, үҫеше, аралашыуы өсөн кәрәкле обьект.

Хәҙер иртәнән алып кискә тиклем майҙансыҡ балалар тауышынан шау-гөр килә Ауылда бындай заманса майҙансыҡтар бар икән, тимәк, ауыл артабан үҫәсәк һәм йәш быуын физик яҡтан һау-сәләмәт булып үҫәсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ