Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡыҙылармеец тыуған ауылына ерләнде

Яҡташыбыҙ, совет һалдаты Муса Садиҡов тыуған ауылынан мең 400 саҡрым алыҫлыҡта, Ростов өлкәһендә барған эҙәрмәнлек эштәре барышында санитар ҡәберлектә табыла. Яугир 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта яралана. Оҙаҡ йылдар хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә була. Әле ул тыуған ере - Бишбүләк районына ҡайтарылды. Кавалерист менән хушлашыуға уның ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйылды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Дон ерендә барған ҡатмарлы һуғышта һәләк булған ҡыҙылармеецты ҡаршылау һәм уға баш эйеү өсөн ауыл ғына түгел, тотош район халҡы йыйылды. 19 сентябрҙә Хәтер вахтаһы сиктәрендә Мордовия республикаһының «Еңеү» һәм Ростов өлкәһенең «Патриот» эҙәрмәндәр отряды Ростов өлкәһендәге Антоновский утары эргәһендә санитар ҡәберлеккә юлыға. Унда алты ҡыҙылармеец ерләнгәне асыҡлана. Яугирҙарҙың береһен генә билдәләй алалар. Быға янбаш һөйәктәре эргәһендә табылған карболит медальоны ярҙам итә. Ул 112-се кавалерия дивизияһы яугиры Садиҡов Муса Садиҡ улыныҡы була.

Муса Садиҡов 1903 йылда Йылбулаҡтамаҡ ауылында тыуа. Һуғышҡа тиклем «Удар» колхозында рәйес, ойошманың «Идеал» колхозы менән берләшкәс хисапсы булып эшләй. Дүсән ауылы ҡыҙы СәлихА менән ғаилә ҡороп биш балаға ғүмер бирәләр. Әммә тыныс тормош Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тамамлана. 1941 йылдың декабрендә Муса СадИҡ улы үҙ ирке менән Өфөлә туплана башлаған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡушыла. Сержанттың хәрби юлы тураһындағы мәғлүмәт 1942 йылға тиклем генә бар. Бәйләнеш өҙөлөп оҙаҡ йылдар ул хәбәрһеҙ юғалған тип һанала.

Киләһе йыл Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауы әле булһа ла тынмай. Һигеҙ тиҫтә йылдан ашыу уның яҙмышы билдәһеҙ була. Әммә, эҙәрмәндәр ярҙамында ҡаһарман яҡташыбыҙҙың тыуған төйәгенә оҙон юлы тамамланды.

Бер нисә йыл элек Антоновское утарында йәшәүсе ололар менән һөйләштек. Улар утар эргәһендә туғандар ҡәберлеге барлығын һөйләне. Уның урыны аныҡ ҡына билдәле түгел ине. Оҙаҡ эҙләнек. Быйыл төрлө төбәктәрҙән йыйылған эҙәрмәндәр отрядтары менән ҡәберлекте таптыҡ. Яҙ 7 ҡыҙыалмеецтың, сентябрҙә 6 һалдаттың һөйәктәрен асыҡланыҡ. Муса Садиҡовтың медальоны булыуы уның исемен билдәләүҙе еңелләштерҙе. Ул аяғына пуля эләгеп яраланған була.

Андрей Попов, Ростов өлкәһе Шолохов районының «Патриот» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе

«Һуңғы һалдат ерләнгәнгә тиклем һуғыш тамамланмай». Бөйөк полководец Александр Суворовтың был һүҙҙәре эҙәрмәндәр өсөн оран булып яңғырай һәм эҙләнеү эше туҡтауһыҙ алып барыла. Муса Садиҡов иһә тыуған ауылындағы зыяратҡа, ҡатыны эргәһенә ерләнде.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ