Бөгөн - Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан республика башлығы Радий Хәбиров «Күренекле кешеләр тормошо» рубрикаһында тәбиғәтте һәм солоҡсолоҡто һаҡлауҙы ойоштороусы Михаил Николаевич Косарев менән таныштырған.
Михаил Косарев - Рәсәйҙең атҡаҙанған экологы, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре. Ул инде 30 йылдан ашыу ЮНЕСКО-ның «Башҡорт Уралы» биосфера консерватына ингән «Шүлгәнташ» ҡурсаулығын етәкләй. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, беҙҙең республикала һаҡлаулы уникаль биләмәләр күп осраҡта ошо битараф булмаған кешенең тырышлығы менән булдырылған. Михаил Косарев Йылайыр районында тыуған, 1960 йылдан алып Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында йәшәй һәм эшләй. Тәбиғәтте һаҡлау менән ҡыҙыҡһыныуы атаһы менән олатаһынан килә. Михаил Косарев бөрйән солоҡ ҡортоноң генофонды һәм үҙенсәлекле йолаларҙы һаҡлау, тыуған яҡ тарихы буйынса 130 ғилми публикация авторы. Ул буласаҡ тәбиғәт һаҡсылары тураһында ла хәстәрлек күрә - хеҙмәттәштәре 8 кандидатлыҡ һәм 2 докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған, тағы ла 3 йәш белгес ғилми дәрәжәләргә дәғүә итә. «Михаил Николаевичты һәм Башҡортостан ҡурсаулыҡ системаһының барлыҡ ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлайым. тырыш хеҙмәтегеҙ, башҡорт Уралының хозурлығын килер быуындарға һаҡлауығыҙ өсөн оло рәхмәт еткерәм!» тип яҙған төбәк етәксеһе.



