Ошо маҡсатта 31 фатир бүленгән. Быға тиклем төҙөүсе компания республиканың Төҙөлөш министрлығы менән күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
Документҡа ярашлы, инвестор проблемалы ике йортто сафҡа индереп, дөйөм майҙаны 810 квадрат метрлыҡ фатирҙарҙы етем балаларға бирә. Бының өсөн ҡала үҙәгендә сауҙаһыҙ ер участкаһы ала. Бындай тәжрибә республикала тәүге тапҡыр үткәрелә.
«Яркий» биҫтәһендә 10 етем фатир-студия асҡысына эйә булды. Ошой категорияға ҡараған 21 кеше бер ай эсендә күптән көтөлгән хыялын бойомға ашырасаҡ. Әйткәндәй, былтырҙан алып Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса бурысты этаплап бөтөрөү программаһы ғәмәлдә. Быйыл 900 -гә яҡын, ә 2030 йылға - 5 мең самаһы кеше торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.



