Фестивалдә республика төбәктәренән кәсепселәр, предприятиелар ҡатнашты. Һәр кем үҙе әҙерләгән үлән сәйҙәрен тәҡдим итте.
Байрамда ҡатнашыусылар үлән сәйҙәренең шифаһы тураһында һөйләне. Бөрө медицина-фармацевтика колледжы коллективы иһә киптерелгән үләндәрҙән төрлө сәйҙәрҙе әҙерләү, уларҙы дөрөҫ ҡулланыу, сәләмәтлеккә тәьҫире менән таныштырҙы.
Йыл һайын уҙғарылған фестивалдә сәйнүк һыуынмаһын өсөн яһалған ҡурсаҡтар парады ойошторолдо. Балалар өсөн конкурстар уҙғарылды. Хужабикәләр төрлө емеш-еләк ҡайнатмаларынан ауыҙ иттерҙе.



