Ғаилә ҡиммәттәрен данлап. Ғаилә йылы сиктәрендә бәхетле парҙар Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙа никах теркәү йортона гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләү тантанаһына йыйылды. Бәхетле юбилярҙарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Улар йәш сағынан бер-береһенә биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, оло тормош юлынан йәнәш атлай. Бәхетле парҙар мөхәббәт һәм тоғролоҡ менән һыналған йылдарҙы бер-береһен ҡәҙерләп, кәрәк ерҙә хуплап, үҙ-ара юл биреп ғүмер итә. Рәйсә менән Дамир Күлбаевтар 60 йыл элек сәстәрен-сәскә бәйләй, улар гәүһәр туйҙарын билдәләне.
Ярты быуат бергә ғүмер кисерргән ғаилә парҙарының бәхетенең үҙ сере бар.
Юбилярҙарҙың һәр кеме ғаилә байрамын күтәренке ҡаршылай. Күп йылдар дауамында мөхәббәт һәм наҙ хакимлыҡ иткән ныҡлы ғаилә ҡороуға ир менән ҡатын ҙур хеҙмәт һалған. Сара ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарылған иң матур байрамға әүерелде.
Ғаиләләр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре исеменән иҫтәлекле бүләктәр,ҡотлауҙар ҡабул итте. Бәхетле ғаилә парҙарын район мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары ла тәбрикләне.
Бәхетле ғаилә парҙарының бере-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙары йәштргә лайыҡлы үрнәк. Улар өсөн бергә атлаған һәр һуҡмаҡ, атҡан һәр таң ҡәҙерле.
Гүзәл Борханова



