Киләһе йыл Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә 8 километрҙан ашыу трамвай юлы яңыртыла башлай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә трамвай инфраструктураһын яңыртыу проектын тәҡдим итте. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына Мәскәүҙән 69 трамвай бушлай тапшырыласаҡ. Тәүге өс состав Өфөгә килтерелгән дә инде. Ә ноябрь аҙағына тиклем паркты тағы 19 вагон тулыландырасаҡ. Трамвай - Өфө өсөн баһаланмаған йәмәғәт транспорты төрө. Шуға күрә трамвайҙарҙың сифатына ла, юлдарҙың торошона ла һорауҙар бар, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәк юлдарында ауырлыҡ-габарит контроле системаһын үҫтереүҙе тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем республикала 20 автоматик пункт булдырылғайны. Шул уҡ ваҡытта йөк транспорты водителдәре урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа йыш ҡына бындай постарҙы урап үтә. Ошоға бәйле төбәк етәксеһе Башҡортостандың транспорт министрлығына ауырлыҡ-габарит контроленең яңы пункттарын урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремонтлау барышы тикшерелде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ