Баймаҡ ирекмәндәре яугирҙарға тиҙ бешә торған аш әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Һалдаттарға еңел әҙерләнгән һурпа. Баймаҡ ирекмәндәр үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға тиҙ бешә торған аш әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мәүлиҙә Ҡунысбаева - һөнәре буйынса ашнаҡсы. Ул һалдаттарға тәғәйен тиҙ әҙерләнә торған аштарҙы иң беренсе сиратта үҙе эшләп, тәмләп ҡарай. Бының өсөн уға ни бары йәшелсә-емеш киптереү өсөн махсус ҡоролма һәм ҡул аҫтындағы ризыҡтар кәрәк була. Эштәр ыңғай, еңел килеп сыҡҡас ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә, уларға оҫталыҡ дәресе ойоштора.

Ашты ҡаҙанда бешерергә, йә банкаларға ҡойоу кәрәкмәй. Борщ, щи, өй туҡмасынан аш, иҙелгән картуф, ҡарабойҙай, борсаҡ бутҡалары, һәм тағы ла бер нисә төр баҫыу шарттарында тиҙ әҙерләнә торған аштар махсус уңайлы һауыттарға тултырыла. Ит һәм тәмләткестәр менән киптерелгән йәшелсәләрҙе билдәле бер стандарттар буйынса бүлеп, ир-егеттәргә ризыҡты дөрөҫ ҡулланыу буйынса мәғлүмәт һалына

Баймаҡ ҡалаһының ирекмәндәр үҙәгенән кеше өҙөлмәй. Кемдер маскировкалау селтәрҙәрен үрешер өсөн ярҙамға килһә, икенселәре һалдаттарға ылау туплай. Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы студенттары яугирҙәргә йоҡо ҡапсыҡтары тегәсәк. Әлеге көндә “Һалдатҡа йылы ойоҡтар” акцияһы иғлан ителгән, бында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ