Өфөнөң Октябрь районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты

Хәрби бурысын үтәүселәрҙе ҡеүәтләп, Еңеүгә әйҙәү. Өфөнөң Октябрь районы бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был юлы алғы һыҙыҡтағыларға транспорт өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән әйберҙәр тупланған. Афған һуғышы ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы иһә яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса «УАЗ» автомобиле һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла әҙерләгән. Гуманитар ылау туплауҙа Октябрь районы халҡы менән бергә, төрлө дәүләт, йәмәғәт һәм сауҙа ойошмалары ла ҡатнашҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ