Башҡортостан йәмәғәтселеге Фән Вәлиәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты

Башҡортостан йәмәғәтселеге Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фән Вәлиәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһы йырсының тыуған төйәге Шаран районы Үҙәк мәҙәниәт йортонда үтте. Артист менән бәхилләшеүгә республиканың төрлө райондарынан һәм Татарстан республикаһынан килгәйнеләр. Халыҡ артисына 73 йәш ине. Фән Ғәфис улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Халыҡ артисы менән бәхилләшергә килгәндәр өсөн мәҙәниәт йорто тар ине. Йырсыны һуңғы юлға оҙатыр өсөн уның яҡындары ғына түгел, ижадын һөйөүселәр ҙә килгәйне. Фән Вәлиәхмәтов - оҫта йырсы һәм тальянсы ғына түгел, яҡшы дуҫ та була.

Тормош иптәше менән иһә улар ярты быуатҡа яҡын бергә. Өс бала һәм дүрт ейән-ейәнсәр тәрбиәләп үҫтерәләр.

Тальян - уға сәхнәлә лә, табында ла юлдаш була. Төймәле инструментта артистың атаһы оҫта уйнағанғамы, был һәләт уға ла күсә. Музыкаға Фән Вәлиәхмәтов бала саҡтан ғашиҡ була.

Фән Вәлиәхмәтов Шаран районында тыуған. 70-се йылдар аҙағында Өфө сәнғәт училищеһында белем ала. Үҙ концерт бригадаһын ойоштороп, республика ауыл-ҡалалары буйлап гастролдәр менән йөрөй. 10 йыл Яр Саллы ҡалаһында эшләй.

Фән Вәлиәхмәтов аккомпанементында башҡарылған халыҡ йырҙары яңыса яңғырай. Ул тальянды популярлаштырыуға ла өлөш индерә.

Хеҙмәттәштәре менән бергә ул йыр фестивалдәре лә ойоштора. Беҙҙең телеканалға һуңғы интервьюһын ул нәҡ «Сөн һандуғасы»нда бирә. Киләһе йыл да конкурсты етәкләргә, быйыл үҙ концертын ойошторорға, 75 йәшлек юбилейын үткәрергә тигән пландар менән йәшәй. Тик яҙмыш үҙенсә хәл итә. Фән Вәлиәхмәтовты һуңғы юлға алҡыштар менән оҙаттылар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ