Медицина учреждениеһына заманса аппаратты «Маяҡ кешеләр» хәйриә фонды бүләк иткән. «Маяҡ кешеләр» хәйриә фонды 2022 йылдан эшләй. Фондтың төп эш йүнәлештәренең береһе - балалар медицина учреждениеларына ярҙам итеү. Һуңғы йылдарҙа улар тарафынан «Ҡан тамырҙарына ла яҡтылыҡ кәрәк» проекты тормошҡа ашырыла. Ошо программа буйынса илдең 10 дауаханаһына веновизорҙар бүләк ителгән. Был заманса медицина ҡоролмаһы кескәй пациенттарҙың тамырҙарын табырға ярҙам итә. Табиптар әйтеүенсә, был ҡан алыуҙы, капельница ҡуйыуҙы күпкә еңелләштерә. Балалар был процедураларҙан ҡурҡмай башлай. Республика балалар клиник дауаханаһында веновизор реанимация бүлегенә урынлаштырылған.



