Өфөнән Гүзәл Ғүмәрова һигеҙенсе тапҡыр әсә булыу бәхетен кисерҙе

Сабый 9 октябрҙә 8-се бала табыу йортонда донъяға килгән. Күп балалы ата-әсә ҡыҙҙарына исемде алдан уҡ һайлаған. Улар өләсәләре хөрмәтенә Ғәфиҙә тип ҡушҡан. Яңы ғына тыуған баланың ауырлығы 3 килограмм 980 грамм, буйы 55 сантиметр.

Хәҙер бәхетле ғаиләнең өс улы һәм биш ҡыҙы бар. Иң өлкәненә - 15, ә кесеһенә 2 генә йәш. Ата-әсә мәғәнәле, үҙ ерлегебеҙгә хас матур мосолман исемдәрен һайлаған. Балаларҙың атаһы табип, пандемия башланыу менән тәүгеләрҙән булып яңы сиргә ҡаршы көрәшә. Ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына барып ҡайтҡан. Юғары категориялы табип-терапевт Руслан Ғүмәров Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Пирогов ордены алған. Был награда табиптар араһында юғары баһалана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ