Хәҙер ул 400 мең һумға тиң. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Был сумма бөгөндән башлап хәрби комиссариаттарға мөрәжәғәт итеүселәр өсөн ҡаралған. Әлегә тиклем федераль һәм республика кимәлендә билдәләнгән түләүҙәргә 300 мең һум өҫтәлә ине. Быйыл Башҡортостанда һәм ил кимәлендә лә контракт төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды.




