Өфөлә трамвай инфраструктураһы яңыртыла

Был тема "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралды. - Трамвай - яҡшы, экологик яҡтан таҙа транспорт. Оҙаҡ ваҡыт уға иғтибар булманы. Транспорт, трамвай юлдары сифаты буйынса етешһеҙлектәр бар, тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Өфөлә трамвай инфраструктураһы яңыртыла

Трамвай инфраструктураһын яңыртыу буйынса ҙур проект ҡаланың көньяғында 8 километр юлды яңыртыуҙан башлана. Ремонт киләһе йылда планлаштырыла. Бынан тыш Өфөгә Мәскәүҙән 69 трамвай килтерелә. Тәүгеләре  йөрөй башлаған, ноябрь аҙағына тиклем тағы 19 вагон килеп етергә тейеш.

Фото №1 - Өфөлә  трамвай инфраструктураһы  яңыртыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ