Был акция 9-11 октябрҙә уҙғарылды. Ҡатнашыусыларға 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә тәҡдим ителде. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырылды. Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды үткәрҙе. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.2023 йылдың октябрендә олимпиада беренсе тапҡыр үтте. Унда Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 төрлө илдән вәкилдәр ҡатнашты. Биш көн дауамында 27 меңдән ашыу кеше белемен тикшерҙе.




