Өфөлә "Төньяҡ Амурҙары" тигән пункт эшләй башланы. Хәҙер хәрби контракт төҙөргә теләүселәргә тейешле ҡағыҙҙар артынан төрлө урындарға йөрөргә кәрәкмәй, уларҙы ошонда уҡ алырға була. Пункт "Черемушки" шифаханаһында урынлашҡан. Был үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Бушлай ашатыу, йоҡо урыны ҡаралған. Бөгөндән Өфөлә контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 100 мең һумға арттырылды. Килешеү төҙөү шарттары тураһында 218-19-19 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин.




