Улар махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатты. Алғы һыҙҙыҡҡа транспорт өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән әйберҙәр тупланған. Ярҙамды йыйыуҙа район халҡы, дәүләт, йәмәғәт һәм сауҙа ойошмалары әүҙем ҡатнашҡан. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Бикембәтов һөйләй.
Афған һуғышы ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса “УАЗ” автомобиле һәм яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләгән. Афған һуғышы ветераны, ирекмән Илгиз Вәлиев.
Башҡортостанда яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплау дауам итә. Республиканың ҡала һәм райондарында мобиль пункттар булдырылған.




