Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған. Конкурста “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналистар коллективының “Башҡорт каникулдары” проекты еңеү яулаған. Премия Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасымханова, Нурислам Хәйриев һәм Айҙар Шәриповҡа тапшырылды. Дәүләт бүләгенә шулай уҡ махсус хәрби опрация геройҙарына арналған мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Ашҡаҙар” газетаһы баш мөхәррире Рәмил Мансуров һәм “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Роман Якимчук лайыҡ булды. Ул конкурсҡа ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади темаға бағышланған яҙмалар ебәргән. Лауреаттарҙы бүләкләү сараһы Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында үтте. Быйыл премияның күләме 500 мең һум.




