Дмитрий Чернышенко йәмәғәтселекте Өфөлә уҙған форумға саҡырҙы

Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры “Физкультура һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.  “Дәүләт программаһын булдырғанда комплекслы ҡараш кәрәк. Бында власть органдары, йәмәғәтселек һәм бизнестың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алынырға тейеш”, - тип белдерҙе Дмитрий Чернышенко. Программаға физкульура һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар индерелә. Улар  ҡаҙна иҫәбенә һәм башҡа сығанаҡтарҙан финанслана. Ҙур компаниялар ярыштарға аҡса бүлергә әҙер булыуы хаҡында белдергән. Спорт министры Михаил Дегтярев физкультура һәм спортты үҫтереү буйынса хөкүмәт комиссияһын төҙөргә тәҡдим итте. Кәңәшмә барышында “Ауыл спорты”, “Адаптив физкультура һәм спорт үҫеше”, “Корпоратив спорт үҫеше” тигән сараларҙы ла программаға индереү мәсьәләһе ҡаралды. Вице-премьер йыйылышта ҡатнашыусыларҙың барыһын да “Рәсәй – спорт державаһы” форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Конгресс 17 октябрҙә башлана.

Фото №1 - Дмитрий Чернышенко йәмәғәтселекте Өфөлә уҙған форумға саҡырҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ