Өфөлә Мостай Кәримдең 105 йыллығы уңайынан күргәҙмә асыла

Был турала Республика милли музейынан хәбәр итәләр. Экспозиция халыҡ шағирының тормош юлын сағылдыра. Унда әҙиптең ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, ғаилә архивынан фотоһүрәттәр ҡуйыла. Шулай уҡ Мостай Кәримдең комсомол билетын күрергә була. Тап ул шағирҙы дошман пуляһынан һаҡлап ҡала. Күргәҙмә 1 декабргә тиклем эшләй.

Фото №1 - Өфөлә Мостай Кәримдең 105 йыллығы уңайынан күргәҙмә асыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ