Бишбүләк районы халҡы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында әүҙем ҡатнаша

Йылбулаҡ-Матвеевка мәҙәниәт йортонда һәр ваҡыт йыр-моң яңғырап тора. Ауыл халҡы байрам һайын концерт ойоштора, район кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша, яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә. 50 йыл элек төҙөлгән бинала быға тиклем бер ҡасан да ремонт яһалмаған. Үҙешмәкәр артистарҙы ҡыйыҡтан һыу ағыу мәсьәләһе борсой. Шуға күрә улар «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнашырға була.

«Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы» көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлаша. Проекттар мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ҡорамалдар һатып алыуға, ихаталарҙы, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә, юлдар төҙөүгә йүнәлтелгән. Быйыл республика бюджетынан 600 миллион һум бүленгән, ә бер проект өсөн миллион 200 мең һумға тиклем аҡса алырға була. Программа ярҙамында Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылы халҡы «Патриот» паркын төҙөгән. Әле биләмә тәртипкә килтерелгән, ял урындары булдырылған. Яҡын арала Ватаныбыҙ өсөн һәләк булған яугирҙарға арналған обелиск ҡуйыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ