Туймазы ҡалаһы эшҡыуарҙары яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләгән

Ватан һаҡсыларын хәстәрләп. Туймазы ҡалаһы эшҡыуарҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләгән. УАЗ автомобилдәре, яңы дрондарҙы ирекмәндәр үҙ көсө менән һатып алып алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға ебәрергә ниәтләй. Эшҡыуарҙарҙың гуманитар ярҙам туплауы тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким әҙерләгән яҙмала.

Бер нисә ай дауам иткән әҙерлек эштәре тамамланып килә. Ирекмәндәр яугирҙар өсөн тәғәйенләнгән машиналарҙы буяп, көйләп юлға сығырға йыйына. Туймазы эшҡыуарҙары һатып алған УАЗ, Буханка автомобилдәрен алғы һыҙыҡтағы ил һаҡсыларына оҙатасаҡ. Машиналарҙың торошо тулыһынса тикшереү үткәс кенә, ирекмәндәр техниканы хәрби шарттарға яраҡлаштырып тәртипкә килтерә.

Эшҡыуарҙар яугирҙар өсөн ете автомобиль, дрондар әҙерләгән. Ирекмәндәр яу шарттарында кәрәкле техникаға өҫтөнлөк бирә. Урындағы халыҡтан һатып алынған машиналарҙың ремонттан һуң тәгәрмәстәре яңыртыла, улар йәшел төҫкә буяпа. Автомобилдәр шулай уҡ гүзәл заттар үргән маскировка селтәрҙәре менән уратыла.

Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙамды эшҡыуарҙар үҙҙәре алып барып еткерәсәк. Тағы ла бер нисә машина тулыһынса әҙер булғас, Туймазы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ