Ҡәҙим Аралбаев Хәйбулла районында китап һөйөүселәр менән осрашты

Яҡташтар менән осрашыу. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев Хәйбулла районында китап һөйөүселәр менән осрашты. Аҡъяр үҙәк район китапханаһында һәм Яңы Ергән ауылында әҙип ижадына арналған саралар хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев Өфөлә йәшәһә лә, тыуған яҡтарына йыш ҡайтып йөрөй. Яҡташтар менән осрашыуҙар күңелгә илһам бирә, райондың үҫеше, ыңғай яҡҡа үҙгәреше ҡыуандыра, ти, әҙип.

Осрашыуға Ҡәҙим Әбделғәлим улының ижадын үҙ иткән уҡытыусылар,мәктәп уҡыусылары, милли интеллигенция вәкилдәре йыйылды

Ҡәҙим Әбделғәлим улы 1941 йылың 1 сентябрендә Таңатар ауылында донъяға килгән. Яңы Ергән ауылында әҙиптең «Таңатар» китабының исем туйы үтте. Китапта алтмышынсы йылдарҙа юҡҡа сығып, бөгөн бер-нисә генә йорт тороп ҡалған ауыл тарихы һәм бөгөнгөһө яҡтыртыла.

Яңы Ергән балалары яҡташтары ижады менән балалар баҡсаһына йөрөгән ваҡытта уҡ танышҡан.Тәүге осрашыу иҫтәлеге булып, фотоһүрәттәр һаҡланған. Хәҙер улар11-се класс уҡыусылары.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән осрашыу яҡташтарына онотолмаҫ хәтирә, яҡшы кәйеф бүләк итте. Йәнле аралашып, күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеүҙән һәр кем йәшәүгә көс һәм илһам алды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ