Сарала Росгвардияның техник советы ағзалары, Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы һәм Урал округтары командованиеһы вәкилдәре, ведомствонан тыш һаҡ төбәк подразделениелары етәкселәре ҡатнашты.
Сара барышында хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ойошмалары, шул иҫәптән техник саралар һәм хәүефһеҙлек системалары етештереүсе предприятиелар вәкилдәре сығыш яһаны.
Совет ағзалары хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе техник саралар һәм системаларҙы үҫтереү юлдарын барланы. Объекттарҙы һәм мөлкәтте һаҡлау өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ яңы техник системаларҙы эшләү һәм ҡулланыуға ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Тармаҡ өсөн ҡорамалдар етештереүсе предприятиелар күргәҙмә ойошторҙо.



