Өфөнөң Революция урамында, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев йәшәгән йортта таҡтаташ яңыртылды. Шағир, драматург Әнғәм Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Иҫке Күрҙем исемле башҡорт ауылында тыуған.
Әҙәбиәткә ул егерменсе быуаттың илленсе йылдарында килгән. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Алтмышынсы йылдарҙан ул драматургия өлкәһендә лә танылыу ала. 1997 йылда Әнғәм Атнабаевҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә. Әҙип йәшәгән йортта таҡтаташты яңынан асыу тантанаһына уның яҡындары, Тәтешле районынан яҡташтары һәм уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Тыуған ауылы мәктәбенә, һәм урамына уның исеме бирелгән, шулай уҡ Үрге Тәтешлелә шағирға һәйкәл ҡуйылған.



