Журналистика өлкәһендәге яңы премия лауреаттары декабрҙә асыҡлана

Республика хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ошо турала белдерҙе. “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсы Башҡортостан башлығы указы буйынса былтыр булдырылды. “Беренсе ярышҡа 90-дан ашыу эш ҡабул ителде. Конкурс комиссияһы уларҙы ошо аҙнала ҡарай башлай. Лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы быйыл декабрҙә була. Иң яҡшы 20 авторға 300-шәр мең һум аҡса тапшырыла. Республика етәкселеге журналистарҙы дәртләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Дәүләт тарафынан яңы дәртләндереү сараһы ижадҡа этәргес бирер һәм журналистарға илһам өҫтәр”, - тине Азат Бадранов.

Фото №1 - Журналистика өлкәһендәге яңы премия лауреаттары декабрҙә асыҡлана
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ