Бөгөнгә майҙандарҙың 50 процентында көнбағыш урылған. Мәләүез, Дәүләкән һәм Көйөргәҙе хужалыҡтары яҡшы уңыш ала. “Көнбағыш уңды, йыл килеште. Гектар ҡеүәте уртаса 16 центнер”, - тип белдерҙе Көйөргәҙе районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгесе Урал Ибраһимов.
1 ноябрҙә республикала ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Тантаналы сара үтә, бүләктәр тапшырыла.




