Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, быйылға дөйөм оҙонлоғо 26 ярым километрлыҡ 20 юл һайлап алынған. «Был юлдар бик мөһим. Сөнки улар республиканың 6 муниципалитеты - Өфө, Күмертау ҡалалары, Бәләбәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондарында 72 баҡсасылыҡ ширҡәтенә үтеүҙе тәьмин итә. Юлдарҙы ремонтлауға барлығы 150 миллион һум аҡсма бүленде. Бөтә объекттарҙа ла эш бара - ремонтты ҡышҡа тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ» тип белдергән төбәк етәксеһе.
Бынан тыш, 2025 йылда республиканың 20 муниципалитетында 150 объектты ремонтлау планлаштырыла. Тағы ла бер мөһим йүнәлеш баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрендә социаль догазификация программаһы. Рәсәй Президенты тәҡдиме менән башланған программаның үтәлеше буйынса Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә. Быйыл республикала догазификация талаптарына яуап биргән баҡсасылыҡ ширҡәттәренең 40 процентҡа яҡыны газ үткәреүгә заявка биргән. Тиҙҙән был ширҡәттәрҙә газ бүлеү селтәрҙәре төҙөүгә тотонасаҡтар, тип яҙған Радий Хәбиров. Быйыл шулай уҡ иң яҡшы 10 баҡсасылыҡ ширҡәте Башҡортостан башлығы грантына 500 меңәр һум аҡса алып,, спорт һәм уйын майҙансыҡтары төҙөү, ял зоналары булдырыу, видеокүҙәтеү системалары ҡуйыу, янғын һүндереү ҡоролмалары алыуға ирешкән.



