2 меңдән ашыу ирекмән «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумында ҡатнашыуға ғариза биргән

Улар етди һайлап алыу үткән. Һөҙөмтәлә күләмле сараға 500 кеше йәлеп ителәсәк. Яңы төҙөлгән Көрәш һарайында волонтерҙар менән йомғаҡлау осрашыуы уҙҙы. Уларға форум ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ фирма экипировкаһы тапшырылды. Билдәле булыуынса, 17-19 октябрҙә Өфө Рәсәйҙең спорт баш ҡалаһына әйләнә. Халыҡ-ара форум сиктәрендә Өфөлә 150-нән ашыу олимпия чемпионы һәм тренерҙары ҡатнашлығында бер нисә сара үтә. Форум 19 октябрҙә «Халыҡ-ара йөрөү көнө» менән тамамлана, унда республиканан 25 мең самаһы кеше ҡатнашыр тип көтөлә.

Эшкә тотонор алдынан ирекмәндәр махсус уҡыуҙар үтә. Хәҙер уларға ҡала ҡунаҡтарын килеү урындарында, мәғлүмәт менән таныштырыу, шулай уҡ спорт объекттарында оҙатырға тура киләсәк. Бынан тыш, сит телдәрҙе белгән волонтерҙар рәсми делегациялар менән эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ