Өфөлә «Арғымаҡ» республика видеороликтар конкурсына йомғаҡ яһалды

Республика балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең «Башҡорт аты» фәнни -тикшеренеү институты менән берлектә ойошторған конкурста тиҫтәнән артыҡ бала ҡатнашҡан. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында уҙғарылған конкурсҡа республика төбәктәрендә һәм унан ситтә йәшәүселәрҙән видеояҙмалар килгән. Еңеп сыҡҡан дүрт ижади эш авторына дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды, «Аҡбуҙат» ипподромы буйлап экскурсия уҙғарылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ