Киләһе йылда Рәсәйҙә МРОТ-ты 22 мең 440 һумға еткереү ҡарала

Ошо турала закон проекты Дәүләт Думаһына тапшырылған. Документҡа аңлатмала билдәләнеүенсә, минималь хеҙмәт хаҡын арттырыу 4 миллиондан ашыу кешенең эш хаҡын күтәрергә мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер пособиелар МРОТ күләменә бәйле. Владимир Путин 2030 йылға тиклем минималь хеҙмәт хаҡын 35 меңгә еткереү бурысын ҡуйҙы. Быйыл Башҡортостанда МРОТ - 22 мең 128 һум. Республика күрһәткесе, урал коэффициенты иҫәбенә, Рәсәйҙәге уртаса һандан юғары.

Фото №1 - Киләһе йылда Рәсәйҙә МРОТ-ты 22 мең 440 һумға еткереү ҡарала
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ