Был хаҡта Радий Хәбиров үткәргән сираттағы «Төҙөлөш сәғәте» ндә һүҙ барҙы. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итеүенсә, быйыл октябргә Өфөлә, Нефтекамала, Туймазыла һәм Шишмәлә 40 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡты күсереүҙе күҙ уңында тотҡан биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүсе 10 килешеү төҙөлгән.
Алдағы ярты йылда 55 мең квадрат метр ерҙе комплекслы үҫтереү буйынса тағы ла бер нисә килешеү әҙерләү планлаштырыла. Башҡортостанда дөйөм майҙаны 392 мең квадрат метрлыҡ 842 йорт авария хәлендә тип танылған. Шуларҙың 565-е 2024-2030 йылдарға граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса республика адреслы программаһына индерелде. Программаның беренсе этабын тормошҡа ашырыуға быйыл 134 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Артем Ковшов хәбәр итеүенсә, быйыл туғыҙ айҙа республикала 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Тармаҡтың мөһим бурыстарының береһе - 2030 йылға йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү өсөн йыл һайын төҙөлөш темптарын арттырыу, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.



