Иң тәүҙә ҡоролмаларҙың сайҡалыуын булдырмау өсөн 20 октябрҙән 21 ноябргә тиклем сикләү индереү планлаштырыла. Әммә техник сәбәптәр датаны өс көнгә күсереүҙе талап итә. Шулай итеп күпер 23 октябрҙән 24 ноябргә тиклем ябыла.
Был осорҙа төҙөүселәр күперҙең һул һәм уң өлөшөн бер бөтөн итеп тоташтыра. Атап әйткәндә, иретеп- йәбештереү һәм монтажлау эштәре планлаштырылған. Ай дауамында водителдәргә альтернатив юл варианттары тәҡдим ителә: М-5 федераль трассаһы, Нуғай шоссеһы, Ырымбур тракты һәм түләүле Көнсығыш сығыу юлы. 23 октябрҙән «Князев» кисеүендә йылға паромы йөрөйәсәк. Ул иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем эшләй, әммә дежур ашығыс машиналар өсөн ул тәүлек әйләнәһенә ҡулланыла. Бынан тыш, Дим - Шаҡша маршруты буйынса ике яңы «Финист» пассажирҙарҙарҙы хеҙмәтләндерә. Ҡала яны поездарының маршруттары оҙайтыла.



