Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдар төҙөкләндерелә

Өфө эргәһендәге «Ясная Поляна» һәм «Белый аист» биләмәләрендәге юл участкалары ҡырсынташ менән тигеҙләнде, соҡорҙар ямалды. Йыл аҙағына тиклем төбәктә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә тиклем 26 км юл төҙөкләнедереләсәк. Был Нефтекама, Благовещен ҡалалары эргәһендәге, Шишмә, Иглин, Өфө райондарындағы юл участкаларына ҡағыла.

750 метр оҙонлоҡтағы юлды бер аҙна эсендә тәртипкә килтерҙек. Участкаларҙы ҡырсынташ һәм ҡом менән тигеҙләп, соҡорҙарҙы яманыҡ. Беҙҙең ойошма республиканың бөтә район-ҡалаларында эшләй. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә йәшәүселәр бик ҡәнәғәт.

Александр Юрлов, подрядсы ойошма вәкиле

Йыл аҙағына тиклем республикала 72 баҡсасылыҡ ширҡәттәренә тиклем юл яңыртыла. Төҙөкләндереү талап ителгән участкалар исемлеген раҫлаусы комиссия булдырылған. Муниципаль берәмек вәкилдәре, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгестәре һәм баҡсасылар ширҡәттәре вәкилдәре иғтибар талап ителгән юлдарҙы билдәләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ