Стәрлетамаҡта Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә түләү ике тапҡырға арттырылды

Хәҙер ул 400 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, «Стәрлетамаҡ һыу каналы» предприятиеһында һәм Ҡала мәҙәниәт һарайында эшләп, контракт төҙөүселәргә 205 мең һумға тиклем өҫтәмә түләү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта вакантлы урындар сикләнгән тип билдәләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала Өфө хакимиәте лә илдең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә үҙгәреш индерҙе. Бығаса ул 300 мең һум булһа, хәҙер - 400 мең һум. Башҡортостандан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса табырға мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ