Благовар районында йылҡысылыҡ үҫешә

Өс йыл элек фермер Илфат Әхмәтшин «Ғаилә фермаһы» конкурсында еңеп алынған грантҡа йөҙҙән ашыу бейә һәм айғыр һатып алған, бөгөн ат малы һаны күпкә артҡан. Ит продукцияһын етештереү буйынса цех та ойошторолған. Хужалыҡ етәксеһе менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Термокамера автоматик режимда эшләй, идара итеү панеле ярҙамында технологик процесс контролдә тотола, ит продукцияһын ыҫлау һәм эшкәртеү буйынса үҙгәрештәрҙе оператив рәүештә индерергә мөмкин. Цех етәксеһе Илфат Әхмәтшин билдәләүенсә, тәүлегенә 60 кг колбаса етештерелә, әлегә уның өс төрө үҙләштерелгән. «Ғаилә фермаһы» конкурсында еңеү - йылҡысылыҡ эшен башлап, яңы производство асырға ярҙам иткән.

Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса проект тәү сиратта муниципаль кимәлдә уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә хуплап ҡабул ителгән. Цехға килгәндә, ул Благовар районы Түрештамаҡ ауылында урынлашҡан. Әхмәтшиндар крәҫтиән-фермер хужалығы ҡарамағында яңы производство асып, урындағы халыҡты ла эш урындары менән тәьмин иткән. Бында ҡаҙы-тултырма кеүек ит ризыҡтары ла әҙерләү яйға һалынған.

Башта етештерелгән ит ризыҡтары ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләрендә тәҡдим ителһә, хәҙер һатыу мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән. Цех хеҙмәткәрҙәре лә хәләл продукция сифатын юғары баһалай.

Көслө етәксе ҡулында ауыл хужалығы предприятиеһы тергеҙелеп, үҫеш юлына сыға.

2004 йылда фермер Илфат Әхмәтшин ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә башлай, был эште ул бөгөн дә ташламаған. Хужалығында һигеҙ мең ярым ҡаҙ-өйрәк иҫәпләнә. Ҡош ите биләмәләге цех та уҡ эшкәртелә.

Инкубаторҙа себештәр сығарыу булһынмы, умартасылыҡ, игенселек, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүме - йүнсел ауыл ерендә эшләү өсөн барлыҡ шарттар булыуын билдәләй. «Ғаилә фермаһы» конкурсында алынған грант ярҙамында ул мал башын арттырыуға ла ирешкән.

Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илфат Әхмәтшин ҡураларҙы яңыртыу, цехта етештерелгән продукция ассортиментын киңәйтеү буйынса ла һөҙөмтәле эшләй, бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ