Хәйбулла районында «Мәрхәмәтлек айлығы» уҙҙы

Декадала өлкән йәштәгеләргә хәйриә һәм шефлыҡ ярҙамы күрһәтелде. Район ветерандар советы ойошмаһы ауылдарға барып уларҙың хәлен белеште Зәйтүнә Аралбаева Үрнәк ауылының иң өлкән кешеләренең береһе. Сирек быуаттан ашыу почтальон булып эшләгән хеҙмәт ветераны 10 бала тәрбиәләп үҫтергән.

Йәнтештән Хәҙисә Байғусҡароваға 95 йәш. Бала сағы һуғыш осорона тура килгән ханым бик күп һынауҙар үткән. Ололар мул күстәнәс алып ҡыуанды, хәстәрлек һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ