Бөгөн Республика баш ҡалаһында "Рәсәй - спорт державаһы" форумы башланды. Унда төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән 5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Саралар бер нисә урында уҙғарыла, ҡайһы урамдарҙа машиналар йөрөшө туҡтатыла. Шуға урамдарҙағы хәлде алдан ҡарарға, юлға сығыр алдынан тығындарҙы күҙәтергә кәңәш ителә. Өфөлә халыҡ-ара форум 19 октябргә тиклем бара.




