Билдәле тренер Рәмил Әйүпов исемен йөрөткән үҙәк баш ҡаланың 450 йыллығына арналған объекттарҙың береһе. Ике ҡатлы бинала 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуна, тренажер, конференция залдары, медицина бүлеге урынлашҡан. Фехтование үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 2020 йылда Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаусы рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашҡвн саҡта ҡабул итте. Яңы спорт комплексында фехтование буйынса Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштары уҙасаҡ.



