«Барыһы ла фронт өсөн - Бишбүләк» ойошмаһы ирекмәндәре дронға ҡаршы юрғандар эшләй

Уны тегеү идеяһы Бишбүләк районының Михайловка ауылы уҡытыусыларында быйыл февралдә барлыҡҡа килә. Әлеге көнгә тиклем яугирҙарға илленән ашыу дронға ҡаршы юрған тапшырылған. Улар беҙҙең яҡташтарҙы тепловизорҙан 15-20 минут дауамында һаҡлай ала. Шулай уҡ ирекмәндәр гуманитар ылау йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, һалдаттарҙың йөҙөн ҡаплар өсөн капюшонлы оҙон плащтар тегә. Ул, юрған кеүек үк, күп функциялы - квадрокоптерҙан һаҡлай һәм палатка булып та хеҙмәт итә ала.

Дронға ҡаршы юрғандарҙы носилка кеүек тә файҙаланырға мөмкин. Яугирҙарҙың теләге буйынса артабан уларҙы үҙгәрештәр индереп, яңыса тегәсәкбеҙ. Икенсе туҡыма ҡулланырға уйлайбыҙ.

Екатерина Ғизетдинова, Михайловка ауылының коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусыһы

Бишбүләк районының 26 ауылында 30-ҙан ашыу ирекмәндәр ойошмаһы эшләп килә. Бер маскировка селтәрен үреүгә ике сәғәт ярым самаһы ваҡыт талап ителә. Эште башлағанда туҡыма һатып алыу өсөн тәүҙә үҙ аҡсаларын файҙаланһалар, Башҡортостан башлығының тура трансляцияһына мөрәжәғәт иткәндән һуң, ирекмәндәргә 900 мең һум аҡса бүленә. Яңыраҡ тағы миллион һумға яҡын ярҙам күсерелгән. Был суммаға кәрәкле ҡоролмалар һәм туҡыма һатып алынған.

Маскировка селтәрҙәре һәр ваҡыт кәрәк. Беҙ әле уларҙы ҡарҙы хәтерләтеүсе аҡ туҡыманан үрәбеҙ.

Эллина Суфйәнова, «Барыһы ла фронт өсөн – бишбүләк» ирекмәндәр штабы вәкиле
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ