«Өфө-арена»ның бәләкәй боҙ аренаһында керлинг буйынса Суперлига этабы һәм 17 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй ярыштары үтә.
Унда илдең тиҫтәнән ашыу төбәгенән командалар 80-гә яҡын спортсы ҡатнаша. Башҡортостан исеменән ике команда тупланған. Уйын башланыр алдынан спорт майҙанында күнекмәләр ойошторолдо. Ярыш һөҙөмтәләре 20 октябрҙә билдәле була. Ярыштарҙың тура трансляцияһын Рәсәй керлинг федерацияһының интернет майҙансыҡтарында ҡарарға мөмкин.



