Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» телеканалы тура эфирында Өфөлә барған «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, форумға 5 меңгә яҡын ҡатнашыусы килгән.. Башҡортостанда 30-ға яҡын илдән спорт йәмәғәтселегенең юғары вәкиллеге бар. Форумда спортты үҫтереү перспективалары тикшерелә. Яңы фехтование үҙәгендә «Салауат ҡылысы» турниры үтә. Был халыҡ-ара ярыштарҙа Үзбәкстан, Белоруссия һәм башҡа илдәр командалары ҡатнаша. «Бокс төнө», баскетбол, көрәш, керлинг буйынса ярыштар ҡаралған. 19 октябрҙә йәйәү йөрөү көнө ойошторола, унда 25 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Улар Октябрь проспекты буйлап ике саҡрым юл үтәсәк», тип белдерҙе Башҡортостан башлығы һәм яңы асылған спорт объекттары тураһында һөйләне.




