Республиканың хор капеллаһы уникаль проект әҙерләй

Коллектив Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт хор музыкаһының классик әҫәрҙәре антологияһын яҙҙыра башланы. Унда 1940 йылдан алып ижад ителгән 30-ҙан ашыу композиция инәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡорт хор музыкаһының визит картаһы. Ҡадир Даян һүҙҙәренә композитор Шамил Ибраһимов ижад иткән “Дилә” композицияһы. Танылған әҫәрҙе татар һәм рус телендә лә ишетергә мөмкин. Әммә тап башҡорт теле музыканың ҡабатланмаҫ колоритын сағылдыра. Ҙур яуаплылыҡ һәм етди әҙерлек менән Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы башҡорт хор музыкаһының классик әҫәрҙәре аудиоантологияһын яҙырға тотондо. Уның төп маҡсаты - башҡорт хоры мираҫын һаҡлау һәм уны киң тамашасыға еткереү.

Башҡорт хор музыкаһының тарихы ҙур түгел, беренсе әҫәр 1940 йылда яҙыла. Әммә ошо ваҡыт эсендә композиторҙар миниатюранан алып хор симфонияһы, кантата, араторияға тиклем бик күп әҫәрҙәр ижад иткән. Быларҙың барыһы ла аудио форматта теркәү талап итә.

Иң тәүге композицияларҙың береһе - 1940 йылда Мәскәү консерваторияһын тамамлаған Рәиф Ғәбитов яҙған «Уралтау» йыры. Йәш композитор фронтта һәләк була. Әммә яҙған әҫәре бөгөн дә тере. Аудиоантология яҙҙырыуға әҙерлек сиктәрендә репертуар төҙөп кенә ҡалмайҙар, урынын да ентекле һайлайҙар. Бер нисә майҙансыҡ ҡарала. Сәнғәт институтының Шаляпин залы һәм Башҡорт дәүләт филармонияһының фойеһы. Һайлау көтмәгәндә һуңғыһына төшә.

Бының өсөн хор төндә генә эшкә тотона. Музыка ҡоралдары, композицияның минусы кәрәкмәй. Бары тик 9 микрофон һәм тауыш көсө илаһи моң тыуҙыра. Әлбиттә, быға тиклем дә хор башҡарыуында башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре яҙҙырылған.

Аудиоантология Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһының 55 йыллығына донъя күрәсәк. Юбилей киләһе йыл билдәләнә.

Әлфинә Килдйеәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ