Дәүләт башлығын Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында республика башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Эш сәфәре сиктәрендә президент яңы асылған фехтование үҙәгендә булды. Ул Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтяров, Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында яңы спорт ҡоролмаһы майҙансығын ҡараны. Владимир Путин шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Лира Грушина менән аралашты. Һуңынан буласаҡ чемпиондар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Фехтование үҙәгендә Радий Хәбиров Рәсәй Президентына ишеү слаломы комплексы һәм быйыл файҙаланыуға тапшырылған яңы спорт объекттары менән таныштырҙы. Спорт әҙерлеге үҙәгенән башлап республикала төҙөгән ҙур объекттарҙың барыһы ла тиерлек - һеҙҙең һәм хөкүмәтебеҙҙең ярҙамы менән сафҡа инде. Бының өсөн рәхмәт әйтергә һәм Рәсәй - ул ысынлап та бөйөк спорт державаһы булыуын әйтергә теләйбеҙ, тине Башҡортостан башлығы. Бынан тыш, президент видеобәйләнеш режимында Рәсәй субъектарында спорт объектарын асыуҙа ҡатнашты. Шуларҙың береһе Нефтекамала «Амфибия» спорт комплексы.
Римма Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә президент махсус хәрби операция ветерандары өсөн ойошторолған ярышта ҡатнашыусылар менән аралашты. Турнирҙа Башҡортостан, Удмурт Республикаһы, Татарстан, Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Һамар һәм Ырымбур өлкәләре йыйылма командалары 6 спорт төрөндә көслөләрҙе асыҡлай.



