Программа өҫтөндә Өфө фән һәм технологиялар университетының хоҡуҡ институтында эшләйҙәр. Башта мобиль ҡушымта Башҡортостан муниципалитеттарының бер өлөшөнә таратыласаҡ. Мәғлүмәттәргә күҙ һалҡһаҡ, әле көн һайын енәйәтселәр схемаһы арҡаһында республика халҡы уртаса 9 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта. Төбәктә кибер енәйәтселеккә ҡаршы көрәш юлдары хаҡында киләһе яҙмала.
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ҡатындың көнөн иртә менән телефондан шылтыратыусылар боҙа. Башта бәйләнештең икенсе яғындағылар уны пенсияны ҡайтанан иҫәпләүгә ышандыра, бының өсөн шәхси мәғлүмәттәр менән уртаҡлашыуҙы һорайҙар. Һуңынан яңы шылтыратыу... Бөтә аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк тип кәңәш итәләр. Кешегә ышанып барған ханым йыйылған аҡсаһына өҫтәп кредит алып, мутлашыусыларға 2 миллион һум аҡса күсерә. Әммә енәйәтселәр бының менән генә туҡтап ҡалмай: ауылда йәшәүсене ашығыс рәүештә фатирын һатырға өгөтләй. Ҡатындың мөлкәтен Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре генә ҡотҡарып ҡала, уларға зыян күреүсе кәрәкле белешмә һорап мөрәжәғәт итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәл даими ҡабатлана. Көн һайын республика буйынса Эске эштәр министрлығына ошондай мутлашыу осраҡтары тураһында бер-нисә тиҫтәгә яҡын хәбәр килә. Ә көн һайын күрелгән зыян күләме уртаса 9 миллион һумға етә.
Өфө фән һәм технологиялар университетында бындай осраҡтарҙы кәметеү бурысы ҡуйылды. Йыл башынан Хоҡуҡ институтында банктар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә яһалма интеллект нигеҙендә мобиль ҡушымта булдырыла. Программа уларҙы шунда уҡ танып белһен өсөн, студенттар мутлашыусыларҙың ниндәй схемаларҙы йышыраҡ ҡулланыуын анализлай.
Ҡушымтаның тест версияһын 2025 йыл башына эшләтеп ебәреү күҙаллана. Артабан студенттар республика райондарына барып, граждандарҙы программа менән файҙаланырға өйрәтәсәк. Төбәктә киберуғрылыҡ осраҡтарын кәметеү буйынса ыңғай һөҙөмтәләр киләһе йыл уртаһында уҡ булыр тип көтөлә.
Гүзәл Борханова



