Бөгөн Өфөлә Фехтование үҙәге асылды

Тантаналы сара “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форум  барышында ойошторолдо.  Унда Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко һәм Спорт министры Михаил Дегтярев ҡатнашты.  “Фехтование үҙәгендә көслө спортсылар әҙерләнәсәк”, - тип белдерҙе вице-премьер Дмитрий Чернышенко.

Бөгөн Өфөлә Фехтование үҙәге асылды

"Яңы үҙәк республика һәм ил өсөн мөһим объект.  Бында яңы чемпиондар үҫер, улар халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй данын яҡлар”, - тигән фекерҙә йәш спортсы  Әмирә Мостаеваның атаһы Азат Мостаев.

Бөгөн Өфөлә Фехтование үҙәге асылды

Фехтование үҙәгендә 28 юл йыһазландырылған. 400-гә яҡын тамашасыға иҫәпләнгән зал, тренажер бүлмәләре, бассейн һәм күнекмәләр урыны булдырылған.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Фехтование үҙәге асылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ